Радий Хәбиров Йәрмәкәй районында ҙур инвестиция проекты үтәлеше менән таныштырҙы

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, «Семен-Макар» малсылыҡ комплексын төҙөү тамамланды. Проектты «ЭкоНива» холдингы тормошҡа ашырҙы. Бының өсөн 3,1 миллиард һум инвестиция йәлеп ителде. Комплекста 128 кешегә эш урыны булды.

Әле һөтсөлөк фермаһында 2 мең 800 баш һауын һыйыры аҫрала, тәүлегенә 87 тонна һөт етештерелә. Республикала һөтлө малсылыҡты үҫтереү буйынса 26 миллиард һумлыҡ 23 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.