Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл 9 айҙа экспорт 17 процентлыҡ үҫеш күрһәткән, импорт 1 процентҡа кәмегән. Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә билдәләүенсә, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Латвия, Нидерландтар, Беларусь, Һиндостан, Төркиә, Финляндия, Германия һәм Үзбәкстан менән тышҡы тауар әйләнеше әүҙем алып барыла. Радий Хәбиров артабан Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте нығытыу бурысын ҡуйҙы.