Башҡортостанда туризм үҫеше өсөн биләмәләр һайлап алынды

Республика Хөкүмәтендә эшлекле төркөм ултырышы уҙҙы. Унда «Туризм өсөн ер» федераль проекты үтәлеше ҡаралды. Өс биләмә Мәләүез районында Нөгөш һыуһаҡлағысы янында, ике ер Ғафури районында Красноусол минераль сығанаҡтары эргәһендә урынлашҡан. Һәр кем йәмәғәт кадастр картаһына инеп биләмәләрҙә туристик проекттарын тормошҡа ашырыуға заявка ҡалдыра ала.