Проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе файҙаланып тактиль таҡталар эшләй ала. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Кескәй Артем композицияның һәр бер детален айырыуса иғтибар менән өйрәнә. Күҙҙәре насар күргән бала донъяны бармаҡ остары аша танып-белә. Малайҙың өйөндә лә тактиль таҡта бар. Бөгөнгө оҫталыҡ дәресендә ул уны әсәһе менән бергә башҡа үҙенсәлекле балалар өсөн эшләй.
Йыш ҡына үҙенсәлекле балалар сенсорлы мәғлүмәтте аңлау буйынса ҡыйынлыҡтарға осрай. Төрлө текстуралы тактиль композициялар балаларҙың ижади һәләтен үҫтерә, донъяны танып белергә ярҙам итә. Әҙер композицияларҙы инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләгә йәки социаль учреждениеларға тапшырырға мөмкин. Таҡтаға йәбештереләсәк өлөштәрҙе акцияла ҡатнашыусыларға фонд хеҙмәткәрҙәре бирә. Әлеге ваҡытта 15 пакеттан тик 5-әү генә ҡалған. Тактиль таҡталар яһау оҫталыҡ дәрестәрендә теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.
Оҫталыҡ дәресе өс айға бер үтә. Тик тактиль таҡталар эшләү үҙенсәлектәре менән фонд хеҙмәткәрҙәре онлайн рәүештә лә өйрәтә ала. Видеояҙмалар менән «Бәйләнеш» селтәрендәге «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» төркөмөндә танышырға мөмкин.
Рәзилә Ғиниәтуллина