Башҡортостан «Ҙур этнографик диктант» яҙыусылар һаны буйынса алдынғылар иҫәбендә

Етенсе тапҡыр ойошторолған Халыҡ-ара мәғрифәт акцияһы быйыл да төрлө быуын вәкилдәрен берләштерҙе. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ай башында үткән сарала Рәсәйҙең 89 төбәгенән 4 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан.

Быйыл диктант яҙыу өсөн махсус майҙансыҡтар ҙа ойошторолдо. Тәүге тапҡыр сара Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә лә үтте. Башҡортостан «Ҙур этнографик диктант» акцияһында ҡатнашыусылар һаны буйынса икенсе йыл рәттән алдынғылыҡты биләй - мәғрифәт сараһына республиканан 500 меңгә яҡын кеше ҡушылған. Икенсе урында Мәскәү, өсөнсө баҫҡыста Краснодар өлкәһе.