Уҡыу йорто тарихи датаны күләмле саралар менән ҡаршы ала. Бөгөн университет клиникаһында урология һәм онкология институты, ә башҡаланың төнъяҡ өлөшөндә студенттар кампусы файҙаланыуға тапшырылды. Хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйылды. Оло юбилейға арналған тантана иһә Өфө-Арена һарайында уҙҙы. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Хөкүмәтенең Һаулыҡ һаҡлау департаменты етәксеһе урынбаҫары Артем Тарасенко, илдең юғары медицина уҡыу йорттары ректорҙары, ошо университетта белем алған табиптар ҡатнашты. Аҡ халатлыларҙы берләштергән байрамдан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Уҡыу йорто тарихында иҫтәлекле ваҡиға, 600-ҙән ашыу студент хәҙер бар уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡта, йәғни заманса итеп әйткәндә кампуста йәшәйәсәк. Төҙөүселәр бер йыл эсендә генә 8 мең квадрат метрлыҡ бинаға танымаҫлыҡ итеп реконструкция яһаған. Яңы йыһаздар ҡуйылған бүлмәләр, уҡыу залы, аш-һыу әҙерләү, йыуыныу, кер йыуыу урындары йәштәр өсөн уңайлы, зауыҡлы итеп эшләнгән. Киләсктә бында тағы бер бүлекте ремонтлау һәм медицина колледжының филиалын асыу күҙаллана.
Башҡортостан ғалимдарына фундаменталь эҙләнеүҙәр һәм фәнни асыштар яһау мөмкинлеге лә киңәйә. Медицина университеты клиникаһында хәҙер урология һәм онкология институты эшләй. Бында молекуляр генетика, иимунология лабораториялары, биобанк, яман шешкә ҡаршы дауалау терапияһы бүлектәре, көндөҙгө стационар һәм уҡыу бүлмәләре урын алған. Үҙәктә олон күҙәнәктәрен өйрәнергә лә мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, бындай учреждениелар илдә дүртәү генә.
Уҡыу йортоноң оло юбилейына арналған тантана Өфө-Арена боҙ һарайында уҙҙы. Сарала төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Был тәбиғи, сөнки Башҡорт дәүләт медицина университетының дипломы менән донъяның 100-ҙән ашыу дәүләтендә эшләргә мөмкин. Сарала ҡатнашыусыларға Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашконың ҡотлау сәләме лә еткерелде. республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, медицина университеты ябай вуз ғына түгел, ул Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау системаһының нигеҙе.
Тантанала оҙайлы йылдар халыҡ сәләмәтлеге һағында торған аҡ халатлыларға дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында данлыҡлы табиптар ҙа, ғалимдар ҙа бар. Мәҫәлән, Вил Тимербулатов 17 йылдан ашыу ошо уҡыу йортон етәкләгән, бөгөн дә Гипппократ антына тоғро ҡалып медицинаға хеҙмәт итә. Уҡыу йортоноң ҡаҙаныштары ҡыуандыра, ти Вил Мамил улы.
Башҡортостан ғалимдары киләсәктә Сеченов исемедәге беренсе Мәскәү дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек итергә лә ниәтләй, документҡа бөгөн ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы яңы дарыуҙар, медицина кәрәк-яраҡтары уйлап табыу, етештереүгә сығарыу ҡаралған. ВУЗ ректорҙары медицина технологияларының селтәрле университеты сиктәрендә лә эшләргә иҫәп тота. Йәғни уртаҡ тырышлыҡ менән яңы препараттар сығарыуҙы, фәнни асыштарҙы күпкә тиҙләтергә мөмкин.
Башҡорт дәүләт медицина университетын уҡыу йорто тип атау ғына аҙ, ул юғары һөнәри белем биреүҙән тыш, фәнни өлкәне, дауахана эшмәкәрлеген үҙ эсенә алған ҡеүәтле үҙәк. Шуға күрә уның ил кимәлендә генә түгел, донъяуи майҙанда ла үҙ урыны бар.
Рәмзиә Кәримова