Уҙған йәкшәмбе Халыҡ-ара балалар табибы көнө билдәләнгәйне. Кескәй пациенттарҙың сәләмәтлеге һағында булған белгестәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Туғыҙ айлыҡ Самира медицина приборҙарына өйрәнеп бөткән. Поликлиникала ҡабул иткән аҡ халатлы белгесте лә яҡын күрә, унан ҡурҡмай. Тәрбиәгә бәйле, күрәһең. Сөнки күрше кабинетта ҡасандыр әсәһе лә сабыйҙарҙы ҡабул иткән. Нураниә Әхмәҙуллина хәҙер донъялағы иң ғәзиз кешеһен - ҡыҙын хеҙмәттәштәренә ышанып тапшыра.
Лилиә Әхмәтғәлиева педиатр булып егерме йыл эшләй. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас та, Өфөнөң 2-cе балалар поликлиникаһының 2-се бүлексәһенә эшкә ингән. Кескәй пациенттарҙың сәләмәтлеген, физик һәм психик үҫешен күҙәтеү, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, асыҡлау һәм дауалау - яуаплы бурыс.
Дөйөм алғанда, медицина учреждениеһы ҡарамағында алты меңгә яҡын бала, уларҙың һаулығы һағында - һигеҙ табип. Изге һөнәр эйәләре һәр кемгә йөрәк йылыһын бүләк итергә тырыша. Был һүҙҙәрҙе ата-әсәләр ҙә дәлилләй.
Поликлиникала көнөнә уртаса өс йөҙ бала ҡабул ителә. Һуңғы айҙа кескәй пациенттарҙың артыуы күҙәтелә. Был киҫкен респиратор ауырыуҙар таралыуға бәйле. Сирлеләр медицина учреждениеһында айырым бокстарҙа ҡарала. Шул уҡ ваҡытта табиптар өйгә лә саҡыртыла.
Балалар сәләмәтлеге һағында торған педиатрҙар киләсәкте хәстәрләй. Тап уларҙың белеме, тырышлығы, миһырбанлығы ярҙамында ваҡытында диагноздар ҡуйыла, дауалау курсы билдәләнә, кескәй ғүмерҙәр ҡотҡарыла.
Гөлназ Хәйбуллина