Ватанды һаҡлау - ысын ир-егеттәр бурысы

Бөгөн Башҡортостандың 200-гә яҡын улы алыҫ сәфәргә, көҙгө саҡырылыштағы тәүге эшелон менән Алыҫ Көнсығышҡа юлланды. Яҡташтарыбыҙ Ҡоро ер ғәскәрҙәре, Һауа-йыһан көстәре һәм Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итәсәк. Өфө тимер юл вокзалында Ватан һаҡсыларын БЮТ төркөмө оҙатты.

Был егеттәр өсөн Ватанға хеҙмәт итеү изге ғәмәлдәрҙең береһе. Шуға ла ҡулдарына повестка алыу менән улар бер ниндәй икеләнеүһеҙ хәрби комиссариатҡа килгән. Әлбиттә, Ватан һағына баҫыусыларҙан яҡшы сәләмәтлек һәм физик яҡтан ныҡлы әҙерлек талап ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта ҡайһы бер йәштәрҙең күреү һәләте насарайған. Быға пандемия ла үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы, ти табиптар.

Ә был бүлмәлә егәттәр кейем-һалым менән тәьмин ителә. Этеш-төртөш күҙәтелмәй, бер кем дә, берәүҙе лә ҡабаландырмай. Киреһенсә, үлсәме тура килмәгән осраҡта шунда уҡ алмаштырырға мөмкин.

Илдең Алыҫ көнсығышы үҙенең ҡырыҫ тәбиғәте менән айырыла. Шуға ла ҡышҡы кейемдәр менән бергә егәттәр берцылар ҙа ала. Хәҙер аяҡҡа силғау урап, кирза итек кейеү заманы үтте, баулы аяҡ кейемдәре йылы ла, уңайлы ла, ти хәрбиҙәр. Бынан тыш, Ватан һаҡсыһының һәр береһенә кәрәк-яраҡтар тултырылған сумкалар ҙа таратыла.

Оҙатыр алдынан бөтә призывниктар ҙа коронавирус инфекцияһына тест тапшырған. Йәштәр медицина битлектәре, бахила, бактерияларға ҡаршы саралар менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ егетәрҙе ташыуға айырыуса иғтибар бүленә. Бының өсөн транспорт саралары химик мәтдәләр менән эшкәртелә.Уларҙы частәргә Граждандар менән бәйләнешкә инмәгән айырым вагондарҙа йәки хәрби эшелондар менән генә алып барып еткереү ҡаралған.

Вагондарға инер алдынан да һәр кемдең температураһы үлсәнә. Өфөлә тупланған эшелонға яҡташтарыбыҙҙан тыш, Башҡортостанға яҡын урынлашҡан Рәсәй субъекттарынан да егеттәр ҡушылған. Хәрбиҙәр ышандырыуынса, алыҫ юлға сығыусыларыҙың береһе лә махсус хәрби операцияла ҡатнашмай.

Илдар Байбулатов