«Алпамыш» йәштәр үҙәгендә ойошторолған сарала профессиональ спортсылар менән бер рәттән, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнашты. Йәш сикләүҙәре булманы. Турнирҙың иң оло уйынсыһы 76 йәштә ине. Әүҙем йәшәү рәүешен пропагандалаған Раят Фазлиәхмәтов үҙен спорттың төрлө өлкәләрендә һынап ҡараған. Хаҡлы ялда ла спортты ташламай, балаларына ла өлгө булып тора.