Ҡеүәтле, заманса малсылыҡ комплекстары тармаҡ үҫешен билдәләйәсәк

Был турала Күгәрсен районында үткән күсмә семинар-кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Республика малсылары «Тәүәкән» ауыл хужалығы предприятиеһы нигеҙендә фекер алышты. Малсылыҡта алдынғы технологияларҙы ҡулланыу, мал һимертеү, тоҡом яҡшыртыу өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашты.

Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә йылдан-йыл республикалағы һөт һәм ит ризыҡтары күләмендә ҡеүәтле малсылыҡ комплекстарында етештерелгән тауарҙың өлөшө арта бара. Әле эшләгән 15 комплекста Башҡортостандағы һөттөң 30 проценты һауыла.

Индустрия кимәленә күтәрелгән малсылыҡ ауыл хужалығында ынтылыш яһарға мөмкинлек бирәсәк,- тигән ышаныс белдерелде семинар-кәңәшмәлә. «Тәүәкән» предприятиеһы был йәһәттән республикала өлгөлө хужалыҡтарҙың береһе. Һөт һәм ит етештереү, ауыл хужалығы тауарҙын һатып алыусыға еткереү, тоҡомсолоҡ һәм мал һимертеү өлкәһендә бай тәжрибә тупланған.