Республика менән идара итеү үҙәгенән шулай тип хәбәр итәләр. Чат-бот Телеграм мессенджерында эшләй. Мөрәжәғәт иткәндәрҙе газ үткәреү, хужалыҡ һәм көнкүреш, кредит һәм һалым түләү, ял итеү һәм дауаланыу, транспортта льготалы йөрөү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү планы 32 өлөштән тора.