Иртәгә Өфө мәшғүллек үҙәгендә пенсия алды һәм пенсия йәшендәге граждандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа. Баш ҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, эш эҙләүселәргә ҡарауылсы, урам һепереүсе, автомобиль водителе, йыйыштырыусы, кондуктор, вахтер, архивариус, һауыт -һаба йыуыусы һәм башҡа хеҙмәт урындары тәҡдим ителә.
Ғәҙттәгесә, йәрминкәлә һөнәр һайлау өлкәһендә дәүләт тарафынан ҡаралған барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә. Вакансиялар йәрминкәһе иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Ибраһимов бульвары 47/1 адресы буйынса үтә.