Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Художестволы публицистика антологияһы»ның исем туйы үтте.
«Рәсәй халыҡтарының заманса әҙәбиәте» серияһының бишенсе томында 45 телдә ижад ителгән 134 авторҙың публицистик әҫәрҙәре рус теленә тәржемә итеп баҫтырылған.
Антологияла һәр милли әҙәбиәткә айырым бүлек бирелгән. Унда башҡорт авторҙары - филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, прозаик Рәсүл Сәғитов менән шағирә Лариса Абдуллинаның материалдары ла урын алған. Күләмле әҙәби проект сиктәрендә быға тиклем «Проза», «Поэзия», «Балалар әҙәбиәте», «Драматургия» антологиялары баҫтырылғайны.