Күргәҙмә ҡораусылар классик экспонаттарҙан торған витриналар йәнәшәһендә, совет осоро йәшәйешен фатир салонында сағылдырған. Унда йортҡа инеү зонаһы,ҡунаҡ бүлмәһе лә күрһәтелгән.
Музейға көндәлек тормош-көнкүрештә ҡулланылған экспонаттар ҡуйылған. Улар урта һәм өлкән быуын вәкилдәренә яҡшы таныш, ә ҡалғандары бөтәһе лә хужалыҡта әүҙем ҡулланылған әйберҙәр. Экспонаттарҙың шаҡтай өлөшө өфөләрҙең шәхси коллекцияһынан йыйылған. «Совет осоро тормошо күргәҙмәһе» 2023 йылдың февраленә тиклем эшләйәсәк.