Катарҙа донъя футбол чемпионаты барған көндәрҙә, Баймаҡ ҡалаһында футболсылар тәүге тапҡыр яңыртылған «Труд» стадионы майҙанын һынап ҡараны . Урындағы «Торпедо» менән Сибайҙан «Шахтостроитель» командалары араһында иптәштәрсә осрашыу уҙҙы. Матч Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ойошторолдо.
Труд стадионының яңыртылған майҙанында үткән футбол уйынына туҡтауһыҙ яуған ҡар ҡамасауламаны.Баймаҡ ҡалаһының «Торпедо» һәм Сибайҙың «Шахтостроитель» командаһы уйынсыларын республиканың спорт министры Руслан Хәбибов менән район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев сәләмләне
Баймаҡ ҡалаһының легендар «Торпедо» футболсылар командаһы 1964 йылда ойошторола һәм бер йылдан ул республика кимәлендә танылыу яулай, иң көслөләр иҫәбендә була. Уйында асыу тантанаһына ҡасандыр ошо команда өсөн уйнаған ветерандар Николай Боголюбов,Әмир Хөснөтдинов һәм команда капитаны Хәлит Хәмитов саҡырылды.
Бер нисә быуын үҫтергән «Труд» стадионында бер нисә йыл элек төҙөкләндереү эше башланғайны. Әле ул тамамланыу өҫтөндә. Бала сағы, үҫмер осоро ошо стадионға бәйле булған Баймаҡтар өсөн уның яңы һулыш кисереүе - оло ваҡиға.
Украинала барған хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ойошторолған турнир юғары кимәлдә үтте. Ярышта Баймаҡ командаһы еңеү яулай, ул Өфө футбол клубы уйынсыларының ҡултамғалары ҡуйылған туп менән бүләкләнде. Футбол, көрәш, бокс, баскетбол һәм волейбол кеүек спорт төрҙәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән Труд стадионының эшмәкәрлеге бына ошолай башланды.