Өфөлә ВУЗ-ара кампус төҙөлөшөнә 12 миллиард һум бүленә

Ил бюджетында шундай сумма ҡаралған. Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Проектҡа ярашлы, майҙаны 150 мең квадрат метр объекттар төҙөлә. Уларҙың яртыһы - торлаҡ биналар. 4 мең кешегә йәшәү урындары булдырыла. Өфөлә киләһе айҙа халыҡ-ара бизнес аҙнаһында ВУЗ-ара кампус буйынса концессия килешеүен  төҙөү көтөлә.