Ҡыш Бабай юлға сыҡҡан. "Рәсәй тимер юл" компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тылсымлы поезд Бөйөк Устюг ҡалаһынан 22 октябрҙә ҡуҙғалған. Ул Өфөгә 7 декабрҙә килеп етә. Тимер юл вокзалында Ҡыш Бабайҙы ҡаршылау һәм оҙатыу сараһы ойошторола. Поезд илдең йөҙҙән ашыу ҡалаһы аша үтә.