Өфөлә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумдың икенсе этабы үтте

Унда Волга буйы федераль округының финанс-иҡтисади органдары вәкилдәре ҡатнашты. Сара сиктәрендә «Коррупцияға ҡаршылыҡ күрһәтеүҙә яңы саҡырыуҙар һәм үҫеш стратегияһы» темаһына конференция уҙғарылды. Шулай уҡ кире күренешкә бәйле агитплакат, буклет, видеоматериалдар, сәхнә оҫталығы конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.

Баһалама комиссияһы тарафынан 353 ижади эш иң яҡшыһы тип танылған. Суперфинал киләһе йыл майҙа «Сириус» мәғариф үҙәгендә үтә.

Форум өс этапта ойошторола, тәүгеһе яҙғыһын илдең барлыҡ төбәктәрендә үтте. Уның сиктәрендә урындағы власть органдары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашты. Шулай уҡ ғәҙәттәгесә конкурс та уҙғарылды. Беҙҙең ҙур эшебеҙ коррупцияны юҡ итеүгә йүнәлтелгән, яңы алымдар ярҙамында яҡшы һөҙөмтәләргә ынтылабыҙ

Александр Михайлик, Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе урынбаҫары