Өфөнөң 128-се балалар баҡсаһында телевидение көнө

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы күптән түгел халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән телевидение көнөнә арналған тематик сара үткәрҙе. Балалар кадр алдында эшләргә, төрлө тапшырыуҙар ижад итергә өйрәнде. БЮТ хәбәрсеһе: Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Балалар телевидение нескәлектәренә төшөнә. Кемдер үҙен хәбәрсе, икенселәре оператор, ҡуйыусы режиссер булараҡ һынап ҡараны. Тиҫтерҙәре биргән һорауҙарға ла тулы, бер үк ваҡытта эскерһеҙ яуап ҡайтырырға тырышты. Ә улар ябай. Көндөң нисек үтеүе лә бөгөн кәйеф хаҡында. Шулай уҡ бар уйланыуҙарын йыр аша ла еткерҙе.

Халыҡ-ара телевидение көнөнә арналған сара Өфөнөң 128-се балалар баҡсаһында тәүгә билдәләнде. Һәм һуңғыһы булмаҫ, тип ышана тәрбиәселәр. Ғөмүмән, тематик осрашыуҙар учреждениела йыш үтеп тора. Ул балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен арттырыуға булышлыҡ итә.

Сара һуңында балалар үҫкәс ниндәй һөнәр эйәһе булырға теләгән хыялдары менән дә уртаҡлашты. Беҙҙең ижади төркөм менән осрашыуҙан һуң, әлбиттә, хәбәрсе, операторҙар артты. Әйткәндәй, кескәйҙәргә телевидение эшләү мөмкинлеге ҙур. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ишеге һәр саҡ асыҡ.

Азат Ғәлиуллин