Хеҙмәт министрлығы Яңы йылда ял көндәре тураһында хәбәр итте

Ҡануниәткә ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар яңы йыл каникулы, 7 ғинуар - Раштыуа байрамы - ял һәм байрам көндәре булып тора. 2023 йылда 1 һәм 8 ғинуар ял көнө - йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән, хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙалана алһын өсөн 1 ғинуар йәкшәмбе ялы йома 24 февралгә, 8 ғинуар ялы - дүшәмбе 8 майға күсерелгән. Йылдың һуңғы көнө 31 декабрь быйыл шәмбегә тура килә. Шулай итеп, яңы йыл каникулы уңайынан ял һәм байрам көндәре тип 2022 йылдың 31 декабре һәм яңы йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуары билдәләнә, тип белдергәндәр ведомствола.