Башҡортостанда өсөнсө ирекле батальон тактика һәм стратегия күнекмәләрен үтә

Хәрби берәмек милли геройыбыҙ Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Батальонға 50 йәшкә тиклемге, хәрби билетлы, яҡшы физик әҙерлекле, Ватансылыҡ тойғоһо булған ир-егеттәр тупланған. Әле ул тулыһынса формалашҡан, әммә командирҙар үҙ теләге менән Украинала баш күтәргән фашизмға ҡаршы көрәшергә әҙер булған ир-егеттерҙе ихтыярын кире ҡаҡмай. Әле әҙерлек үтеүсе хәрбиҙәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева осрашты.

Йорттарҙың ишеге шар асыҡ, тәҙрәләре ҡыйралған. Ауыл - макет хәрбиҙәргә тренировка өсөн эшләнгән.

Ауылды улар ҡаршы яҡ һалдаттарынан да, шартлатҡыстарҙан да «таҙарта». Батальон составында быға тиклем ҡулына ҡорал тотмағандар юҡ, күптәре «ҡыҙыу» нөктәләрҙе үткән.

Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын ойоштороу идеяһы отставкалағы полковник, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә булған, милли батырыбыҙ менән бер районында тыуып үҫкән Артур Йомағужиндыҡы. Уның башланғысы төбәк етәксеһе яҡлауын тапҡан. Ике аҙна элек формалаша башлаған батальон бөтә кәрәк- яраҡтар, хәрби кейем, туҡланыу, ҡорал менән тәьмин ителгән. Тарих ҡабатлана, ти полковник. Бынан 80 йыл элек тә Салауат Юлаев исемендәнге 1292- се танкка ҡаршы башҡорт истребителдәр артиллерия полкы ойошторолған һәм һуғышта ҡатнашҡан.

Күнекмәлә ҡатнашыусылар атып сәпкә тейҙерергә, граната ырғытырға, яу яланында ҡорал, хәрби припастарҙы йөрөтөргә өйрәнә. Ут аҫтында яраланғандарҙы алып сығыу алымдарын, дөйөм әйткәндә, хәрби медицинаны үҙләштерә.

Һалдаттар казармала, армия тәртибе менән йәшәй. Хәрби уҡыуҙар парта артында ла үтә.

Ирекмәндәр составында «Бөрйән» һәм «Ҡурай» ҡушаматлы бер туғандар, игеҙәк һалдаттар бар. Бөрйән районынан бер ғаиләнән яу яланына юлланыусы егеттәрҙе ҡорал тоторға Ватансылыҡ тойғоһо этәргән.

Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан өсөнсө ирекмән батальон яңы йылға тиклем юлланасаҡ.

Рәмилә Исмәғилева