Байрам уңайынан Республика башлығы Радий Хәбиров өлгөлө ғаиләләрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләне. «Ата-әсә даны» миҙалына алты ғаилә лайыҡ булды. Тантана залынан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова әҙерләгән яҙма.
Яңы йыл етеүгә айҙан ашыу ваҡыт булыуына ҡарамаҫтан, балалар Ҡыш бабайға хат яҙа. Бәләкәй Нурзалиәгә ҡурсаҡ кәрәк. Байморат туп тибергә ярата, ул футбол буйынса донъя чемпионы булырға хыяллана. Элина Ҡыш бабайҙан һыуҙа төшөрә торған камера һораған. Шулай ҙа һәр береһенең теләге бер - балалар ғаилә башлығының тиҙерәк ҡайтыуын көтә. Ул әлеге мәлдә хәрби операцияла ҡатнаша.
Ижади ғаиләлә ҡурай моңо, синтезатор тауышы тынмай. 4 бала әсәһе Альбина Муллағолова үҙе лә шиғырҙар яҙа, үҙенең йырҙарын башҡара. Әсәне ижадҡа ғаиләһе, балалары илһамландыра.
Әсәләр көнө алдынан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына күп балалы әсәләр, өлгөлө ғаиләләр, төрлө һөнәр эйәләре саҡырылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең әсәләре менән осрашты, улар ғаиләләргә республика тарафынан күрһәтелгән ярҙам һәм иғтибар өсөн рәхмәт әйтте. Улар араһында Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе лә бар. 24 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, егет бәрелештәр мәлендә ете украин һалдатына ҡаршы сыға. Уларҙың икәүһен юҡ итә, береһен ҡулға ала, «телде» Украина армияһы бронетранспортерына һалып хеҙмәттәштәре янына сыға.
Тантанала республика башлығы Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләренә «Ата-әсә даны» миҙалын тапшырҙы. Ябай егеттәр Игорь Нәсибуллин, Максим Серифимов, Тамерлан Илһамовҡа яуҙа күрһәткән ҡыйыулыҡтары өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Геройҙары исеме бирелгән
Бүләкләнеүселәр араһында күп балалы ғаиләләр, ил, донья кимәлендә танылған спортсыларҙың ата-әсәләре лә бар. Элек-электән ишле ғаилә яҙмыштың иң ҙур бүләге тип һаналған, уларҙың һаны буйынса беҙҙең төбәк Волга буйы федераль округында беренсе урында тине республика башлығы
Бөгөн республикала 50 мең ғаиләлә 160 мең бала тәрбиәләнә. Уларҙың лайыҡлы граждандар булып үҫеүенә әсәйҙәрҙең тәрбиәһе төп урынды биләй.
Лилиә Мәҡсүтова