Өфө районы Миловка ауылында мәктәп төҙөлөп бөттө

Республика Башлығы Радий Хәбиров эштәр тамамланыуы тураһында социаль селтәрҙә яҙа. Мәктәп был уҡыу йылына тиклем асылырға тейеш ине, әммә төҙөлөш тотҡарланды. Бина 1 мең 225 балаға иҫәпләнгән, белем алыу өсөн бөтә шарттар булдырылған.