Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрби әҙерлек үтә

Батальонға 50 йәшкә тиклемге, армияла хеҙмәт иткән, яҡшы физик әҙерлекле, ир-егеттәр тупланған. Күнекмәлә ҡатнашыусылар атып сәпкә тейҙерергә, граната ырғытырға, яу яланында ҡорал, хәрби припастарҙы йөрөтөргә өйрәнә, хәрби медицинаны үҙләштерә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һалдаттар казармала, армия тәртибе менән йәшәй. Барлыҡ  кәрәк- яраҡтар - хәрби кейем, туҡланыу, ҡорал менән тәьмин ителгән. Батальонды ойоштороусы оставкалағы подполковник Артур Юмағужин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Салауат Юлаев исемендәге батальон Яңы йылға тиклем махсус хәрби операцияға юллана.