5 һәм унан күберәк бала тапҡан ҡатындарға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Башҡортостан Башлығының ошо турала указы рәсми порталда донъя күргән. Дәүләт наградаһы 1998 йылда булдырыла. Ошо йылдар эсендә уның менән 8 меңдән ашыу әсә бүләкләнгән. “Әсәлек даны” миҙалын алған ҡатындарға бер тапҡыр 50 мең һум аҡса түләнә. 27 ноябрҙә илдә Әсә көнө билдәләнә.