Яңы закон өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған һалдаттарҙың ғаиләһенә лә ҡағыла. Ғаилә ағзалары тип ЗАГС буйынса законлы ҡатыны, өйләнмәгән осраҡта - ата-әсәһе һанала. Һалымдан азат итеү мотоцикл, мотороллер, еңел һәм йөк автомобиле кеүек транспорт сараларына ҡағыла. Двигатель ҡеүәте, транспорттың йәше буйынса сикләүҙәр юҡ тип билдәләнде.