Миловка паркында мәктәп төҙөлөшө тамамланды

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә белдерҙе. Реҫпублика етәксеһе әйтеүенсә, мәғариф учреждениеһын сафҡа индереү үтә лә ҡатмарлы булған. Мәктәп төҙөлөшө күптән тамаланырға тейеш булһа ла, проблемалар сығып уны асыу ваҡыты тотҡарланды.

Белем усағы 1225 урынға иҫәпләнгән. Бында балаларҙы уҡытыу ғына түгел, төрлө яҡлап та үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырылған. Ике спорт залы, ҡул эштәре менән шөғөлләнеү өсөн оҫтаханалар, бәләкәй балалар өсөн уйын бүлмәләре, лабораториялар, компьютер комплекстары булдырылған. Мәктәптә «Миловка паркы», «Йәштәр» микрорайоны һәм күрше ауыл балалары белем аласаҡ.