Башҡортостандағы «Магеллан» экипировка үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кейем тегеү күләме арттырылды. Хоҡуҡ һаҡсыларын, һунарсыларҙы, сәйәхәтселәрҙе махсус форма менән тәьмин итеүсе предприятиела һалдаттар өсөн юғары сифатлы кейем тегелә башлаған. Тегенселәр хәрби кейемдәрҙе күңел йылыһын һалып тегә, сөнки улар ҡулдан килгәнсә ил һаҡсыларына ярҙам итергә тырыша. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Дүрт тиҫтә йыл сәхнә артистары өсөн костюмдар теккән Фәнилә Ардыуанова күптән хаҡлы ялда. Әммә Өфөлә һалдаттар өсөн хәрби кейем тегеү предприятиеһында хеҙмәткәрҙәр талап ителгәнен ишеткәс тә әхирәте менән был эшкә ҡушылырға булған. Яҡташ һалдаттар өсөн әле бөтә ярҙам мөһим һәм кәрәкле, ти тегенселәр.
«Магеллан» предприятиеһында ҡатын-ҡыҙҙар әле көсөргәнешле эш режимына күскән. Улар бер нисә төркөмгә бүленеп егеттәргә кейем, флис туҡыманан йылы бирсәткә һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тегә.
Республика еңел сәнәғәт тармағында егерме йылдан ашыу кейем етештереүсе ҙур ойошма әүҙем ял, сәйәхәт итеүселәр, һунарсылар һәм хоҡуҡ һаҡсылары өсөн кейем тегеп ышаныс яулап өлгөргән. Предприятие бөгөн яңы йөкләмәләр менән эшләүгә иғтибар бүлә. Маҡсат бер - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы сифатлы кейем менән тәьмин итеп тыуған ер, йөрәк йылыһы еткереү.
Флорида Ким