Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле 562 меңдән ашыу кеше бизнесмен булараҡ теркәлгән. Улар араһында шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр ҙә бар. Быйыл 10 айҙа бизнес республика ҡаҙнаһына 13 миллиард һум һалым күсергән. Социаль эшҡыуарлыҡ һәм йәштәргә грант тапшырыуға айырым иғтибар бирелә. Өфөлә 14-17 декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтә. Унда эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре ҡарала.