Башҡортостан Ҡаҙағстанға бойҙайҙы күберәк һата

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте ошо турала хәбәр итә. Һуңғы партия Стәрлетамаҡ һәм Мәләүездә тупланған. 3 мең ярым тонна экспортланған. Таможня мәғлүмәттәре буйынса ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостандың тышҡы сауҙаһы 13 процентҡа артҡан. Экспорт 17 процентҡа үҫкән, импорт кәмеүе теркәлгән. Ҡаҙағстан Башҡортостандың төп сауҙа партнерҙарының береһе булып тора.