“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең төбәк бүлексәһе яңы йыл акцияһы ойоштора. Ҡатнашыусыларҙан ижади йүнәлештәге матди булмаған теләктәр ҡабул ителә. Мәҫәлән, балалар спектакль һәм фильмда уйнарға, билдәле артист, спортсы менән осрашырға теләүе тураһында хат ебәрә ала. “Башҡортостанға Донбастан килгән малай һәм ҡыҙҙарҙы, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ. Уларға яңы йыл кәйефе өләшеребеҙгә ышаным”, - тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов. Теләктәр йыйыу 15 декабрҙә башлана. “Башҡортостан” дәүләт концерт залына ингән урында махсус йәшник ҡуйыла.