Краснокама районында 3 800 баш һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы төҙөләсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында сираттағы тематик кәңәшмә үткәрҙе.

Унда сәнәғәттә һәм ауыл хужалығындағы яңы проекттар тикшерелде. «Прикамье» аграр комплексының башҡарма директоры Эльберт Насретдинов әйтеүенсә, Краснокама районындағы һөтсөлөк фермаһы өсөн Арлан ауылы эргәһендә майҙансыҡ һайланған. 2024 йылдың аҙағына тиклем иҫәпләнгән проектың дөйөм күләме 2,7 миллиард һум тәшкил итә. Бында йылына 13 мең тоннаға яҡын һөт етештерелер тип көтөлә. Шулай уҡ яңы ферма 50 кешене эш урыны менән тәьмин итәсәк.

Башҡортостанда шулай уҡ тимер юлы өсөн изотермик вагондар, платформалар һәм башҡа ҡорамалдар етештереүҙе ойоштороу ҡарала. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, төҙөлөшкә 2,4 миллиард һум инвестиция йәлеп ителәсәк. Яңы предприятиела йылына 1 мең 200 тиклем вагон етештерергә мөмкин. Быға оҡшаш проект Ҡаҙағстанда тормошҡа ашырылған да инде. Радий Хәбиров машиналар эшләүҙә яңы компетенциялар бик ҡыҙыҡлы булыуын, проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам сараларын тикшереү өсөн инвесторҙы Башҡортостанда көтәбеҙ тип белдерҙе. Бынан тыш, Өфө гипс компанияһы вәкилдәре гипс һәм керамзит сығарыу ҡеүәттәрен арттырыу пландары менән уртаҡлашты.