Өфөлә «Ҡаланың иң яҡшы автосервисы» конкурсына йомғаҡ яһалды

Һөнәри оҫталыҡ дизель автомобилдәре һәм двигателдәренең оҫта диагносты һәм моторисы кеүек ике төр номинациялар буйынса билдәләнде. Ярышта Республика район-ҡалаларынан йәмғеһе биш тиҫтәләп егет һынау тотто. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфөнөң дизель үҙәгендә Азат Исмәғилев ике йыл самаһы эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул ярайһы уҡ тәжрибә туплап өлгөргән. Шуға ла конкурс ҡатнашыусыларының тап уның эш өҫтәле аша үтеүе осраҡлы түгел. Уртаҡлашыр, бирер кәңәштәре етерлек.

Егеттәр дизель яғыулығы менән эшләгән автомобилдәргә диагностика үткәреүҙә һынау тотто. Улар двигателдәрҙе анализлап, етешһеҙлектәрен асыҡланы. Баһалама ағзалары һорауҙарҙарына яуап бирҙе. Альберт Ғәлләмов һынауҙарҙы еңел үтте . Ун йыл элек хеҙмәт юлын ябай эшсе булып башлаған замандашыбыҙ бөгөн етәксе вазифаһына тиклем үрләгән.

Ике этаптан торған конкурстың теория өлөшөндә егеттәр дизель-яғыулыҡ тармағындағы һуңғы яңылыҡтар, кәңәштәр менән дә танышты. Икенсе этапҡа үтеүселәр алған кәңәштәрҙе ғәмәлдә ҡулланды.

Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамында тормошҡа ашырылған проект быйыл етенсе тапҡыр ойошторолдо. Ул иң яҡшы белгестәрҙе асыҡлауҙан тыш, эшсе һөнәрҙәрҙе пропагандалауға ла ҡоролғайны. Был йәһәттән бәйге үҙ маҡсатында иреште. Конкурстанттарҙың барыһы ла махсус эш ҡоралдары, ә ике еңеүсе телевизор менән бүләкләнде.

Азат Ғәлиуллин