«Өфө» индустриаль паркы биләмәһенең 95 проценты файҙаланыла, әле биш гектар участка ғына буш һанала

Бөгөн республика журналистары бындағы сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге, яңы төҙөлөш майҙандары менән танышты. Әйткәндәй, төбәктең иң эре индустриаль паркы «Алға» махсус иҡтисади зонаһына индерелеүе ихтимал. Был турала Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығына заявка әҙерләнә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Ағас юнысҡыларынан эшләнгән плиталар билдәләнгән үлсәмдәр буйынса бысыла. Бында бар эш процессы автоматлаштырылған. Юғары класслы станоктарҙа бәләкәй генә деталдәр ҙә яһала. «Өфө» индустриаль паркы резиденты - корпуслы мебель етештерелгән компания тауар сифатын яҡшыртыу, ассортиментты байытыу өҫтөндә һөҙөмтәле эшләй.

Яңырак компания ҡалдыҡһыз етештереүгә күскән. Хәҙер Артыҡ материалдар утын итеп ҡулланыла, ошо маҡсатта махсус мейес һатып алынған, ул ике бинаны йылытыу ҡеүәтенә эйә.

Юғары температурала барлыҡ зарарлы матдәләр яндырыла, йәғни атмосфераға зыян килтерелмәй. Пиролизлы мейес алғандан һуң, беҙҙең сығымдар ҙа кәмене. Сөнки быға тиклем ҡалдыҡтарҙы сығартыуға ғына айына йөҙ мең һумға тиклем аҡса түләй инек.

Фидель Исхаҡов, эшҡыуар

«Өфө» индустриаль паркының дөйөм майҙаны яҡынса өс йөҙ гектар. Бөгөн тик биш гектар ғына буш һанала. Ҡалған биләмәлә сәнәғәт предприятиелары уңышлы эш башлаған, йә яңы компаниялар өсөн корпустар төҙөлөшөнө нигеҙ һалына. Ер эштәре башҡарылған был майҙанда 2025 йыл гофро ҡатырғанан тара етештереү комплексы сафҡа индереләсәк. Бында айына дүрт миллион квадрат метр продукция сығарыу планлаштырылған, 130 яңы эш урыны булдырыла. Төҙөлөштөң беренсе этабына ғына өс йөҙ миллион һум йүнәлтелә. Резиденттар өсөн преференция ла ҡаралған, улар ун йылға милеккә һалымдан азат ителә. Индустриаль парк биләмәһен «Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһенә индерелеүе лә ихтимал.

Әле «Өфө» индустриаль паркының идарасы компанияһы «Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы» менән берлектә махсус иҡтисади зонаға инеү буйынса заявка әҙерләй. Киләһе йыл июнгә уны Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығына ҡарауға ебәрергә планлаштырабыҙ. Ыңғай ҡарар сығарылғанда, резиденттарға һалым һәм таможня буйынса преференциялар буласаҡ.

Артём Пензин, «Өфө» индустриаль паркының идарасы компанияһы директоры

Индустриаль паркта ун биш резидент эшләй, алты йөҙгә яҡын эш урыны булдырылған. Тәүгеләрҙән булып асылған «Арт-агро» компанияһы ла сауҙа географияһын киңәйтеү йүнәлешендә уңышлы эшләй. Ауыл хужалығы предприятиелары өсөн тәғәйенләнгән бойҙай таҙартыу ҡорамалдары Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ихтыяж менән файҙалана. Резиденттар билдәләүенсә, уңайлы транспорт логистикаһына ла үҫешкә төп нигеҙ булып тора.

Гөлназ Хәйбуллина