Башҡортостан - иң яҡшылар иҫәбендә

Республика вәкилдәре Мәскәүҙә уҙған «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2022» Бөтә Рәсәй конкурсы суперфиналы призерҙары тип танылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә еңеүселәрҙе ҡотланы. Өфөнөң 161-се лицейы «Иң яҡшы ҡала мәктәбе ашханаһы» номинацияһында беренсе, ә Иглин ауылының 1-се мәктәбе «Иң яҡшы ауыл мәктәбе ашханаһы» номинацияһында өсөнсө урын яуланы.

Шулай уҡ Бүздәк ауылының 2-се ашханаһы лауреат булды. Төбәк башлығы билдәләүенсә, 2019 йылда мәктәптәрҙә туҡланыу мәсьәләһен хәл итә башлағанда ялыуҙар күп булған. Хәҙер иһә ҡайһы бер категориялар буйынса урындағы аҙыҡ-түлек өлөшө 90 процентҡа тиклем артты. Иҫке һауыт-һаба алыштырылды, аҙыҡ-түлек блоктарын яңы ҡорамалдар иҫәбенә яңыртылды, тип яҙған Башҡортостан етәксеһе.