Яҙыусы, Өфөнөң «Баш ҡала ғорурлығы» премияһы лауреаты Лира Яҡшыбаеваның Башҡортостан яҙыусылар союзында юбилей кисәһе ойошторолдо. Әҙибәнең 20 йыллыҡ ижадына байҡау БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Хеҙмәт ветераны, билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның тамырҙары Ғафури районы Сәйебаба ауылынан. Урал тауҙары итәгендә урынлашҡан ауылы - ысын мәғәнәһендә изгеләр төйәге. Бәрәкәтле ерҙән рухи көс алыусы ханым ғүмеренең 30 йылын уҡытыусы һөнәренә бағышлай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡулына ҡәләм ала. «Исеме, Салауат булһын « китабында тупланған әҫәре менән башҡорт әҙәбиәтендә тәүге аҙымын башлаһа, 75 йәшен 30 китап авторы булараҡ, тәрән фәлсәфәүи аҡыл менән яҙылған әҫәрҙәр менән ҡаршыланы.
Икенсе китабын, «Һылыу ҡарағас» повестар йыйынтығын да уҡыусылар йылы ҡабул итә. Иманға, тәрбиәле булыуға саҡыра уның әҫәрҙәре. Көслө харктерлы геройҙары меңәрләгән йәш үҫмерҙәргә ауыр тормош юлдарында юғалып ҡалмау өлгөһө. Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы ижадында экология мәсьәләләрен дә киң яҡтырта, Ер шарын бәлә-ҡазанан, афәттән ҡурсалаусы булараҡ сығыш яһай. 12 әҫәрҙән торған «Халҡыбыҙ изгеләре» циклын, телсе ғалим-полиглот, профессор Жәлил Кейекбаев, Советтар Союзы Геройы, летчик-штурмовик Ҡотдос Латипов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Фәхрәзи Таһиров хаҡында әҙәби-документаль повестар ижад итә. Ижадының йөҙөн билдәләүсе «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре 10 тапҡыр төрлө баҫмаларҙа 40 мең тираж менән нәшер ителгән.
Лира Яҡшыбаева һәр әҫәренә изге ниәт менән тотона. Эҙәрмән рухлы яҙыусы кем тураһында ғына яҙмаһын, архивтарҙа ултыра, халыҡ менән аралашып, хәтирәләр туплай, тотонған темаһын ентекле өйрәнә. Арҙаҡлы дин әһеле, мосолмандарҙың рухи батшаһы Зәйнулла Рәсүлев, хаҡында тарихи-биографик романы ла ентекле эҙләнеүҙәр емеше. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап сығарылған «Бөйөк Еңеүҙә - доға көсө» Зәйнулла ишандың улы, дин әһеле, мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлевтың илебеҙ азатлығы өсөн башҡарған изге ғәмәлдәре хаҡында...
Етмеш биш йәшлек ғүмер байрамын Лира Яҡшыбаева олпат яҙыусы, драматург, сатира һәм юмор оҫтаһы булараҡ ҡаршыланы. Утыҙлаған уҡымлы китаптары йәштәр араһында илһөйәрлек, иман, әҙәп, әхлаҡ тойғоларын үҫтереүе менән дә ҡиммәтле.
Әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында әүҙем эшләүсе яҙыусының драматургия өлкәһендә «Әүлиә»спектакле уңыш ҡаҙанды. Яҙыусы ирешелгәндәр менән генә туҡталып ҡалмай, диндарҙар, сәнғәт әһелдәре командаһы менән берлектә Манһыр әүлиәһе Мөжәүир хәҙрәт тураһында документаль фильм өҫтөндә эшләй.
Гүзәл Борханова