Баймаҡ район биләмә-ара үҙәк китапханаһында Әсәләр көнөнә арналған һөйләшеү үтте

Сараға Чечен һуғышында һәм Украинала барған махсус операцияла һәләк булыусыларҙың әсәләре саҡырылды. Түңәрәк өҫтәлдә Баймаҡ ҡалаһы һәм районынан 11 ҡатын ҡатнашты. Уларҙы уртаҡ ҡайғы берләштерә.

Хәрби анттарына тоғро ҡалып, ҡыйыулыҡ күрһәткән егеттәргә хәтер мәңгелек. Уларҙың яҡындарына ла иғтибар һәр саҡ булырға тейеш. Сара барышында әсәләр төрлө өлкә белгестәренә мөрәжәғәт итте. Һорауҙар һалымдар, дауаханаларға юллама, зәңгәр яғыулыҡ темаларына ҡағылды