Осрашыуға түңәрәктең элекке һәм әлеге ағзалары, уҡыусылар һәм ҡунаҡтар килде. Ҡасандыр берекмә ағзаһы булған, хәҙер билдәле тел, әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһе белгестәренә әүерелгән шәхестәр ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән бүлеште, йәш ижадсыларға уңыштар теләне. Әйтәйек, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ҡәҙим Аралбаев шәхси архивынан 1965 йылда донъя күргән «Йәш әҙәбиәтсе» гәзитен тәҡдим итте. Ҡәҙерләп һаҡланған матбуғат биттәрендә билдәле авторҙарҙың тәүге әҫәрҙәре тупланған.
90 йыллыҡ тарихҡа эйә «Шоңҡар» әҙәби берекмәһе төбәктең әҙәбиәт өлкәһен кадрҙар менән байытыуҙа ла ҙур роль уйнай. Унан Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Һәҙиә Дәүләтшина кеүек халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулаған яҙыусылар, шағирҙар үҫеп сыҡҡан. Бөгөн дә ойошма йәш ҡәләм оҫталарына ҡанат ҡуйып, уларҙы берләштереү үҙәге булып тора.