«Уралтау» балалар вокал-хореография студияһы «Бөйөк Русь» фестивалендә гран-при яуланы

Учалы филармонияһының «Уралтау» балалар вокал-хореография студияһы Мәскәүҙә үткән «Бөйөк Русь» фестивалендә гран-при яуланы.

Илдең баш ҡалаһында кескәй бейеүселәр «Беҙҙең байрам» бейеү композицияһы менән сығыш яһаны. Балаларҙың дәртле тамашаһы жюри ағзаларын битараф ҡалдырманы. Учалылар тиҫтәләрсә бейеү коллективтары араһында иң яҡшыһы тип танылды. Был еңеүгә улар бер -нисә һынау аша үтеп килгән. Силәбелә уҙған «Олимпия кубогы» ижади коллективтар конкурсында еңеү яулауғас Мәскәү сәхнәһенә саҡырыу алғандар.

Фестиваль милли мәҙәниәттәрҙе һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе, милләт-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында ойошторола. Балалар бейеү ансамбле етәксеһе Азат Буранбаев әйтеүенсә, йәш бейеүселәр Мәскәүгә тик еңеү яулар өсөн генә барған.