Өфөлә «Хәүефһеҙ үткәүел» исем аҫтында профилактик акция уҙҙы

Хәүефһеҙ үткәүел. Өфөлә ошо исем аҫтында профилактик акция уҙҙы. Уның ҡатнашыусылары «Йәш тимер юлсы» мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм Куйбышев тимер юлы хеҙмәткәрҙәре водителдәргә иҫкәртмәләр таратты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Тәү сиратта үҫеп килгән быуындың белем кимәле тикшерелә. Был уҡыусылар «Йәш тимер юлсыһы» мәктәбе тәрбиләнеүселәре. Бөгөн улар Өфөнөң Нуғай ауылы янындағы юл үткәүелендә хәүефһеҙлек тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтә.

Автоһәүәҫкәрҙәргә иҫкәртмәләр менән бүләк тапшырыуҙан тыш, тимер юл аша сығыу ҡағиҙәләре хәтергә төшөрөлдө. Поезд үткәнен көтөп, семафор алдында туҡтаған водителдәр кәңәштәрҙе ихлас менән тыңланы.

Водителдәр менән аралашыу еңел бара. Уларға тимер юл аша дөрөҫ үтеү ҡағиҙәләрен хәтерҙәренә төшөрәбеҙ. Ваҡытында туҡтарға, үҙеңде һәм башҡа пассажирҙарҙы хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа кәңәш бирәбеҙ.

Светлана Балюра, «Йәш тимер юлсыһы» клубы ағзаһы

«Йәш тимер юлсылары» профилактик акцияларҙа ҡатнаша. Күптәре киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға, тигән һорауға яуап тапҡан да инде. Антон Зобов иһә ғаилә династияһын дауам итеп, тормошон тимер юлы эше менән бәйләргә теләй.

Өләсәйем менән олатайым «Рәсәй тимер юлы»нда эшләне, улар кеүек ошо тармаҡта эшләгем килә. Минең машинист булғым килә.

Антон Зобов, «Йәш тимер юлсыһы» клубы ағзаһы

Тимер юлсылары әтеүенсә, Нуғай үткәүеле иң ҡатмарлы участкаларҙың береһе. Бынан тәүлегенә 27 мең автомобиль һәм 100-ҙән ашыу поезд үтә. Тығындар мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында юл үткәргесе төҙөлә, уны киләһе йыл сафҡа индереү күҙаллана.

Тимер юлында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен автоһәүәҫкәрҙәр генә түгел, йәйүлеләр ҙә үтәргә тейеш. Шуға күрә “өлгөрәм» тип ашыҡмаҫҡа һәм рельстар йәйәүлеләр урыны түгел икәнен онотмаҫҡа кәрәк.

Әлфинә Килдейәрова