Өфөлә иң яҡшы ирекмәндәр билдәләнде

Конкурста14 йәштән өлкәнерәк ирекмәндәр ҡатнашты. Еңеүселәр төрлө номинациялар буйынса баһаланған. Премия 2015 йылда булдырылған. Быйыл 100-гә яҡын ирекмән заявка тапшырған, уларҙың 32-һе финалға үткән. Улар араһында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ярҙам күрһәтеүселәр ҙә, социаль ярҙам менән шөғөлләнеүселәр ҙә, кеше ғүмерен ҡотҡарыусылар ҙа бар.