Өфөлә 12 миллион һумлыҡ ювелир әйберҙәр урлауҙа ғәйепләнгән 22 йәшлек ҡыҙ ҡулға алынды

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул 19 ноябрҙә «Мега» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә урынлашҡан салондан ҙур суммаға ювелир изделиеларын алып сыҡҡан. Иртәгеһенә буш витриналарҙы күреп аптырауҙа ҡалған коллегалары полицияға мөрәжәғәт иткән. Хоҡуҡ һаҡсылары ваҡиға урынын тикшереп, видеокүҙәтеү камера яҙмаларын өйрәнгәндән һуң затлы биҙәүестәрҙы салон һатыусыһы урлауы асыҡлана. Уның Өфөгә Түбәнге Новгород өлкәһенән килеп эшкә урынлашҡан булыуы билдәле.

Айырыуса ҙур күләмдә урлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Оператив саралар барышында енәйәтте эҙләү хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы Дзержинск ҡалаһында ҡулға алынған. Әле ул Өфөгә оҙатылған. 9-сы полиция бүлеге тәфтишсеһе үтенесе буйынса бөгөн Киров районы суды ғәйепләнеүсегә ҡарата хөкөм сараһын һайланы. Ул 20 ғинуарға тиклем һаҡ аҫтына алынды. Бер үк ваҡытта урланған ювелир әйберҙәр эҙләү буйынса саралар күрелә.