Рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа, нығытыуҙа гражданлыҡ йәмғиәтенең роле

Өфөнөң «Торатау» конгресс холында ошо темаға аралған түңәрәк өҫтәл үтте. Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ойошторған сарала йәмәғәт ойошмалары, дини конфессиялар вәкилдәре, ғалимдар, журналистар ҡатнашты. Улар әйтеүенсә, әлеге шарттарҙа был тема айыруса көнүҙәк. көнбайыш ҡиммәттәренә табыныуҙан арынып үҙ асылыбыҙға, тарихи тамырҙарыбыҙға ҡайтырға ваҡыт. Ил Президенты Владимир Путиндың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлауы ла ошо ихтыяж менән бәйле. Сөнки рухи-әхлаҡи ныҡлыҡ берҙәмлектең нигеҙе булып тора.

Түңәрәк өҫтәл барышында республикала указды тормошҡа ашырыу буйынса саралар, уларҙы ғәмәлгә ашырыу юлдары ҡаралды. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, бөгөн көнбайыш төшөнсәләре бар тармаҡтарға ла үтеп ингән. Быуындан-быуынға ҡулланылып килгән һүҙҙәрҙе яңы ят терминдар алмаштыра, изгелек орлоҡтары сәскән үҙебеҙҙең йәнһүрәттәр урынын бала психологияһы кире йоғонто яһаған анимациялар алмаштыра, хатта ғаилә ҡиммәттәре лә юҡҡа сыға. Бер енесле парҙарҙың ҡауышыуы пропагандалана, енес үҙгәртеү нормаға инә. Ошо шарттарҙа беҙҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр һаҡлауға, нығытыуға, дәүләт кимәлендә яҡлауға мохтаж. Журналистар әйтеүенсә, бөгөн матбуғат сараларынан да оло яуаплылыҡ талап ителә, сөнки интернет селтәрендә фейк мәғлүмәттәр һөжүм иткәндә халыҡҡа ысынбарлыҡты дөрөҫ итеп еткереү шарт.