Конкурс Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Профсоюздар ойошмаһы менән берлектә ойошторолған.
Бәйгелә республиканың 31 ғаиләһе ҡатнашырға теләк белдергән. «Бай тарихлы династия» номинацияһында Сибай ҡалаһынан Сирусиндар еңеү яуланы. Уларҙың нәҫелендә 21 медицина хеҙмәткәре, Сирусиндарҙың дөйөм медицина стажы 552 йылды тәшкил итә. Ғаиләнең медицина тарихы 19-сы быуатҡа барып тоташа
Бәйгелә ҡатнашҡан ғаиләләр «Быуындар күсәгилешлеге», «Профсоюз династиялары» «Атҡаҙанған динстиялар» номинациялары буйынса билдәләнде. Сараның төп маҡсаты династияларҙың бай тарихын күрһәтеү, киләсәк быуынға табиптарға ҡарата һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.