Башҡортостан эшҡыуарҙары йәнә биш электрон сауҙа майҙансығын үҙләштәрә башлаған

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Азия, Африка, шәрек илдәре маркетплейстарында республикала етештерелгән тауарҙар һатыла. Онлайн-майҙансыҡтарҙа урман сәнәғәте тауарҙары ла үҙләштерелә. Быйыл тармаҡта экспорт 107,5 миллион доллар булған. Сит илгә тауар оҙатыу мәсьәләһе Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡарала. Форум 14-17 декабрҙә уҙа.