Республикала баҡсасылыҡ ширҡәттәре инфраструктураһын яңыртыуға 50 миллион һум ярҙам күрһәтелә

Вице-премьер – Финанс министры Лира Иғтисамова шул турала белдерҙе. Аҡса баҡсаларға һыу һәм газ үткәреү, юлдар һалыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансыҡтарын ойоштороу өсөн тотонола. Бынан тыш, баҡса хужаларына электр энергияһын иҫәпләгес ҡоролмаларын ҡуйыуҙа булышлыҡ итәләр.