Башҡортостанда рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү өсөн миллиард ярым һумға яҡын аҡса йүнәлтелә

Был турала премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә  яҙа.  - Өс йыл элек  Республика  Башлығы  Радий  Хәбиров  ҡушыуы  буйынса  аҙна  һайын  был  тема буйынса  кәңәшмәләр уҙғарыла  башланы.  Әле  эш  дауам итә.  Һөҙөтмәләр бар, - ти  ул.  Киләһе йылда  Сибай һәм Стәрлетамаҡта  ике  ҙур  рөхсәтһеҙ  сүплекте  бөтөрөү эштәре  башлана.  Аҡса  шунда  тотонола.