Өфөлә халыҡ-ара алыш төрҙәре форумы уҙғарыла

Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сара 15-19 декабрҙә ойошторола. Унда Рәсәйҙең 50 төбәге һәм сит илдәрҙән көрәшселәр ҡатнаша. Форум барышында 22 алыш төрө буйынса ярыш үтә, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре һәм тренерҙар өсөн семинарҙар уҙғарыла. Бынан тыш, ярыш көндәрендә һәр кем күп алыш буйынса көсөн һынап ҡарай аласаҡ.