Рәсәй хөкүмәте ағас йорт һатып алыуға ташламаны субсидиялай

Илдә айырым программа әҙерләнде. Әҙер йорт комплектына 10 процент ташлама яһала. Ағас торлаҡҡа хаҡ 3,5 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Яңы программаны финанслау өсөн йыл һайын 300 миллион һум бүленәсәк.