Башҡортостан юлдарында рейдтар үтә

Юл хәүефһеҙлеге идаралығы инспекторҙары руль артына иҫерек ултырған 39 водителде асыҡлап, уларҙы яуаплыҡҡа тарттырҙы.

Профилактик сара республика юлдарында аварияларҙы кәметеү, юл-транспорт ваҡиғаларында үлемесле осраҡтарҙы бөтөрөү маҡсатында ойошторолдо. Тикшереүҙәр ял көндәрендә лә дауам итер тип көтөлә.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары республика юлдарында ҡағиҙә боҙоусы 1800 водителде асыҡлап, административ яуаплылыҡҡа тарттырҙы. Спиртлы эсемлек эсеп руль артына ултырған 39 водитель туҡтатылды. Ҡабаттан иҫерек килеш эләккән 4 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Салауат Атанғолов, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының пропаганда бүлеге инспекторы